Яңылыҡтар таҫмаһы
15 Ғинуар 2021, 17:57

36 йәшлек Салауат Мөхәмәтйәновты табырға ярҙам итегеҙ

Әбйәлил районында йәшәүсе ир вахтала саҡта туҡмалғандан һуң хәтерен юғалтыуҙан яфалана. Өйөндә уны атаһы, ҡатыны һәм ике балаһы көтә.

Әбйәлил районының Әбйәлил ауылынан 36 йәшлек Салауат Мөхәмәтйәновтың туғандары Башҡортостан халҡын һәм күрше региондарҙа йәшәүселәрҙе ирҙе табырға ярҙам итеүҙәрен һорай. Салауат 2020 йылдың 3 ноябрендә үк юғалған. Ике ай буйы үҙаллы эҙләүҙәр бер ниндәй ҙә һөҙөмтә бирмәгәс, улар полицияға һәм ирекмәндәргә мөрәжәғәт итергә мәжбүр булған, тип хәбәр итә “Горобзор”.
Салауатты һуңғы тапҡыр 4 ноябрҙә Магнитогорск ҡалаһының вокзалында күргәндәр. Яҡындарының фекеренсә, уны Ҡаҙағстанға эшкә алып китеүҙәре ихтимал, сөнки был көндө уның янында ҡаҙаҡҡа оҡшаған йәш егетте күргәндәр.
- Уны ҡаҙаҡ фермерҙары араһында эҙләргә кәрәк тип уйлайым. Элегерәк Салауат Үрге Урал районында Жарасхан исемле ҡаҙаҡта эшләгән. Әле Салауат унда юҡ – шылтыратып белештек. Ул Агапов, Үрге Урал йәки Ҡыҙыл райондарында, ҡаҙаҡтар күпләп йәшәгән яҡталыр, тип уйлайым. Әбйәлил районының полицияһына мөрәжәғәт иттек, Башҡортостанда ул юҡ, - тип һөйләй ирҙең апаһы.
Ҡатындың һүҙҙәре буйынса, элек Салауат ҡайҙалыр эшкә юлланһа, туғандарын был хаҡта иҫкәртер булған. Был юлы унан бер ниндәй ҙә хәбәр килмәгән. Бынан тыш, Салауат хәтерен юғалтыуы ла ихтимал – 2011 йылда Түбәнге Тагилда эшләгән саҡта туҡмалып ауыр травма алған.
- Уның ярты баш һөйәге юҡ, уның урынына титан протез тора. Травма алғанда баш мейеһе йәрәхәтләнгән. Шунлыҡтан ҡайһы саҡ ҡайҙа булыуын онота. Берәй ерҙә туңып ҡуймаһын, тип ҡурҡабыҙ. Беҙ уны эшкә төшөргә тыябыҙ, әммә барыбер ҡасып тигәндәй китә. Үҙе бик ышаныусан, аралашыусан, кем менән булһа ла дуҫлаша ала, - тип һөйләй апаһы.
Салауатты Әбйәлилдә атаһы, ҡатыны һәм ике балаһы көтә.
Тышҡы билдәләре: буйы - 175 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, һоро сәсле, һоро күҙле. Бер аяғына сатанлай, һул яҡтан сикәһенән ҡолағына тиклем дуғаға оҡшаш яра эҙе бар.
Фото: Горобзор
Читайте нас