Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Января 2021, 07:45

Яңы балалар баҡсаһы

Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Шәрәй ауылында тиҙҙән балалар баҡсаһы сафҡа инәсәк һәм кескәйҙәрҙе ҡабул итә башлаясаҡ.

Бөгөнгө көнгә унда ете йәшкә тиклемге 31 бала иҫәпләнә.
Балалар әллә ни күп булмаһа ла, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһын асыу хаҡында мәсьәлә оҙаҡҡа һуҙылмайынса ғына хәл ителде. Ул “Демография” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Урындағы мәктәп бинаһына капиталь ремонт эшләнә һәм уның бер өлөшө балалар баҡсаһы итеп үҙгәртелә. Төҙөкләндереү өсөн 3 миллион һумдан ашыу аҡса тотонолған.
Балалар баҡсаһына кәрәкле йыһаздар алынған. Унда хәҙер 1,5-7 йәшкә тиклемге 20 бала йөрөйәсәк. Улар менән өс тәрбиәсе шөғөлләнәсәк.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас