Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Ғинуар 2021, 16:15

Ураҙ ауылы халҡы берҙәм

Бөгөн Учалы районының Ураҙ ауылында ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ер участкаһын сәнәғәт ере категорияһына күсереү буйынса күмәк тыңлауҙар үтте.

Алтын табыу менән шөғөлләнгән "Альтинвест" йәмғиәте 2009 йылдан бирле Ураҙ ауылы янында ике ерҙә ҡаҙыу эштәрен алып барҙы.
"Альтинвест" тарафынан тәбиғәтте һаҡлау буйынса закондар боҙолһа ла, федераль органдарға ғына буйһонған йәмғиәткә ҡарата район хакимиәте ошоғаса бер нисек тә йоғонто яһай алманы.
Ә бөгөн ауыл халҡы күмәк тыңлауҙарҙа, ер участкаһының категорияһын үҙгәртеүгә ҡаршыбыҙ, тигән ҡарар ҡабул итте. Тимәк, алтын табыусылар ерҙе артабан тәләфләй алмаясаҡ.
Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас