Остеохондроз һәм терәк-хәрәкәт системаһының башҡа сирҙәре, йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙары, иммунитеттың насарайыуы, ашҡаҙан проблемаһы, нервылар системаһының ҡаҡшауы, ҡан тамырҙары варикозы, май йыйылыу, тән тиреһенең боҙолоуы... Тағы һанарғамы?
Һеҙ был проблемаларҙы үҙегеҙгә яҡын ебәрмәҫкә тырыша алаһығыҙ. Бер нисә күнегеү эшләү ҙә етә.
Махсус сүкәйеп, тороп баҫыу. Аяҡтарығыҙҙы айырығыҙ. Сүкәйеп ултырығыҙ. Арҡағыҙҙы төҙ тотоғоҙ (айырыуса бил тәңгәлендә). Өс-дүртәр тапҡыр 10 – 20 приседание яһағыҙ.
Кәүҙәне борғолау. Арҡа мускулы, умыртҡалыҡ өсөн һәйбәт. Тура тороғоҙ. Аяҡтарҙы бер аҙ айырып баҫығыҙ. Кәүҙәне тәүҙә – уңға, һуңынан – тура, артабан һулға бороғоҙ. Ашыҡмағыҙ. Күнегеүҙе 7 – 8 тапҡыр ҡабатлағыҙ.
Былар иң ябай күнегеүҙәр булды. Даими эшләһәгеҙ, уларҙың файҙаһы бар.
Эшләйем, тип гел ултырмағыҙ, йышыраҡ урынығыҙҙан тороп йөрөгөҙ.