Яңылыҡтар таҫмаһы
14 Января 2021, 13:00

Тунды нимә эшләтергә ярамай?

Ҡиммәтле тунды әрһеҙләмәй генә кейеү буйынса кәңәштәр.

Ҡиммәтле тун кейеп йөрөргә хыялланмаған ҡатын- ҡыҙ һирәктер. Ниһайәт, хыял тормошҡа ашты– бик күп аҡса түгеп алынған кейем өйҙә эленеп тора. Хәҙер иң мөһиме: уны оҙаҡҡа етерлек итеп кейеү, һаҡлау.
Тунды нимә эшләтергә ярамай?
  1. Ҡарлы ямғыр яуғанда кейергә.
  2. Йыуырға, һыуларға.
  3. Бысраҡ, дымлы килеш шкафҡа элергә.
  4. Ҡояшта, йылытҡыс янында фен менән киптерергә.
  5. Тышын да, эсен дә үтекләргә.
  6. Кәрәк- кәрәкмәгәндә тарарға.
  7. Полиэтилен ҡапсыҡҡа һалып һаҡларға.
  8. Тун кейгән килеш хушбуй, дезодорант, сәс өсөн лак менән ҡулланырға.
  9. Шарфһыҙ кейергә, айырыуса, тональ крем ҡулланған ваҡытта – уны химчистка ла бөтөрә алмай.
  10. Тунға брошь кеүек биҙәүестәр тағырға.
  11. Сумканы беләккә, яурынға тағып йөрөргә.
  12. Читайте нас