Әлеге ваҡытта республикаға 13 842 мең вакцина килтерелгән, 39 прививкалау пункты булдырылған. 14 ғинуарға ҡарата мәғлүмәттәр буйынса, 7542 кеше прививка яһатҡан: 5052 табип, 1672 уҡытыусы, 718 социаль хеҙмәткәр һәм 100 хоҡуҡ һаҡсыһы.
Өфөнөң 3-сө һанлы гимназияһы уҡытыусыһы Юлиә Вяткина яңыраҡ вакцина алған:
«2020 йылда уҡ эшләтермен тигәйнем, әммә йәш буйынса сикләүҙәр бар ине. Хәҙер 60 йәштән өлкән кешеләргә прививка яһатырға рөхсәт иттеләр. 12 ғинуарҙа тиҙ арала яһатып та ҡуйҙым. Гимназиябыҙҙа барыһы ла вакцинация үтергә әҙер, әле коллективта 14 кеше препараттың тәүге өлөшөн алды. Барыбыҙ ҙа эшләргә теләйбеҙ, дистанцион тәртиптә уҡытыу мөмкин түгел. Һәр ваҡыт балалар янында булабыҙ, уларға хәүеф тыуҙырырға тейеш түгелбеҙ. Мәктәптә дистанцияны һаҡлайбыҙ, кабинеттарҙа рециркуляторҙар ҡуйылған», — тип белдерә уҡытыусы.
Ул вакцинация алдынан быға тиклем прививка яһатҡан кешеләр менән аралашҡан, ихтимал булған өҙлөгөүҙәр тураһында һорашҡан.
«Прививка яһатырҙан алда беҙҙе табип ҡараны, шунан ғына вакцинация үтергә рөхсәт бирелде. Бөгөн икенсе көн, бәхеткә ҡаршы, организмымда бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр һиҙмәйем, үҙемде яҡшы тоям. Киләһе этап 2 февралдә. Һыуыҡ тейҙереүҙән, эмоциональ көсөргәнешлектән һаҡланабыҙ», — ти Юлиә Вяткина.
Республика СПИД-ҡа һәм инфекция ауырыуҙарына ҡаршы көрәш үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров та вакцинация үткән.
«Әллә яһатмайыммы икән, тип оҙаҡ икеләндем. Коронавирусҡа анализдар әҙерләнгән лабораторияға көн дә инеп йөрөйөм, бик күп кешеләр менән арашалам, шуға күрә эшләтергә булдым. Вакцинация ябай ғына, венаға ебәрелә. Кем киҙеүгә ҡаршы прививка яһатҡан, уларға таныш. Барыһын да тыныс ҡына үткәрҙем, тәүҙә укол урыны ауыртып торҙо, 36,9-ға тиклем температура күтәрелде. Икенсе көндә кискә тән ауыртынды, хәлһеҙлек булды, әммә температура башҡа күтәрелмәне. 42 көн үткәс анализ тапшырҙым: барыһы ла яҡшы, антитәнсәләр барлығы асыҡланды», — тип табип.