Интернет булмаған йә насар тотҡан тораҡ пункттар халҡы күп бәйләнештән, шул иҫәптән, хөкүмәт менән дә, ситтә ҡала. “Халыҡ проблемаларына йәһәт иғтибар итеүсе инцидент-менеджмент системаһы ла ошо иҫәптә. Әгәр ҡала кешеләре биләмәләрҙе насар йыйыштырыуға йәки яҡтыртыу булмауына зарлана алһа, бәләкәй тораҡ пункттарҙа йәшәүселәр был мөмкинлектән дә мәхрүм”, - ти йәмәғәт эшмәкәре.
БР Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров һүҙҙәренсә, беҙҙә 1200 самаһы ауылда сымлы интернет үтмәгән. Әммә был етешһеҙлекте бөтөрөргә тырышалар.
«Но во многих местах, где интернет формально есть, дети, как показал опыт дистанционного обучения, вынуждены искать сигнал на открытом воздухе и даже в бывшем коровнике. Такие случаи просто неприемлемы!» - тип тә әйтә Станислав Шмульсон. Үкенескә күрә, уҡыусыларға ситтән тороп белем алыу өсөн һәр ерҙә лә шарттар булдырылмаған шул.
Проблеманы хәл итеү юлы бар. Эксперт белдереүенсә, сымһыҙ элемтә операторҙарына интернет тотоу зонаһын (хатта иң төпкөл ауылдарҙа ла интернет булырға тейеш) киңәйтеү өсөн шарттар булдырырға, норматив-хоҡуҡи базаны үҙгәртергә кәрәк.
Һәм инфраструктура проекттарын үҫтереү өсөн власть менән бизнестың аҡыллы диалогы ла талап ителә. Бының өсөн БР Йәмәғәт палатаһының Инфраструктура һәм территориаль үҫеш, хәүефһеҙлек мәсьәләләре, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, транспорт һәм юл хужалығы буйынса комиссияһы майҙансыҡ бирергә әҙер.