Термометр бағанаһы төндә -7, -9 градус күрһәтһә, көндөҙ -3-кә тиклем күтәреләсәк. Һыуығайҙың иң йылы көнө шәмбегә – 16 ғинуарға тура килә. Белгестәр, ялдарҙа ҡар ҡатыш ямғыр яуасаҡ, тип күҙаллай. Уҙған йылда ла шундай уҡ һауа торошо күҙәтелде. Ҡар ҡатыш ямғыр яуҙы, урыны менән буран сыҡты. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ булды.