Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2021, 20:49

140 ихата һәм 306 подъезд яңырасаҡ

Был хаҡта Башҡортостандың Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы хәбәр итте.

«Башҡорт ихаталары» проектына ярашлы, республиканың барлыҡ 21 ҡалаһында 140 ихата ремонтланасаҡ. Ошо маҡсатта 742 миллион һум аҡса бүленгән, шуның ете миллионы – халыҡтыҡы. Әлегә эштәрҙең проекттары әҙерләнә.
Шулай уҡ быйыл «Подъездарҙы комплекслы ремонтлау» республика программаһы үҙ эшен дауам итәсәк — 112 күп фатирлы йорттағы 306 подъезд яңырасаҡ. Уларҙың торошо былтыр уҡ ҡаралған, 25 декабрҙә подрядсыны билдәләү аукционы иғлан ителгән, тип хәбәр итәләр министрлыҡта. 18 ғинуарҙа еңеүсе исеме билдәле буласаҡ.
2019-2020 йылдарҙа «Башҡорт ихаталары» программаһы ярҙамында 780 ихата һәм 2069 күп фатирлы йорттағы 6181 подъезд төҙөкләндерелгән. Быйыл иҡтисади ауырлыҡтарға бәйле программа күләме ҡыҫҡартылған, киләһе йылдарҙа ул тағы күтәреләсәк, тип хәбәр итәләр.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас