Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2021, 09:40

Парламентта ололарға арналған яңы закон проекты әҙерләргә уйлайҙар

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова оло йәштәге кешеләрҙе ҡарау һәм тәрбиәләү буйынса социаль хеҙмәттәр күрһәтеү тураһындағы ғәмәлдәге ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү мәсьәләләренә арналған эшлекле осрашыуҙа ҡатнашты.

Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров башланғысы менән тәҡдим ителгән теманы тикшереүгә башҡарма власть органдары, прокуратура, Эске эштәр һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлыҡтарының төбәк идаралыҡтары, контроль-күҙәтеү органдары, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, шулай уҡ социаль хеҙмәтләндереү системаһында эшләүсе эшҡыуарҙар йәлеп ителде.
Осрашыуҙа шәхси ҡарттар йорттары эшмәкәрлеген мотлаҡ лицензиялауҙы тәҡдим итеүсе федераль закон проекты тураһында һүҙ барҙы. Документ Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай тарафынан әҙерләнгән.
Парламент вице-спикеры Эльвира Айытҡолова белдереүенсә, закон проекты Закондар сығарыусылар Советының кире һығымтаһын алды. Әммә депутаттар, документтың юғары әһәмиәткә эйә булыуын иҫәпкә алып, уның буйынса эшләүен дауам итәсәк.
Сығанаҡ һәм фото: БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сайтынан.
Читайте нас