БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, был юлы 6300 доза алынған.
Билдәле булыуынса, иң беренсе сиратта медицина һәм социаль өлкәлә эшләүселәр, эске эштәр министрлығы, торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәргә вакцина эшләнә.
Бынан алда республикаға 7,6 мең доза «Спутник V» вакцинаһы алынғайны. Бөтәһе 2021 йылда төрлө етештереүселәрҙән миллиондан ашыу вакцина килтереү планлаштырыла.
Прививка эшләтеү бушлай һәм ирекле. Бының өсөн йәшәгән урының буйынса медицина учреждениеһына ғына мөрәжәғәт итергә кәрәк.