Бер ғаилә Өфөгә дуҫтарына ҡунаҡҡа килгән була. Ҡайтып барған саҡта Азатлыҡ һәм Вологда урамы киҫелешендә уларҙың машинаһы ватыла. Ата-әсә ике йәшлек сабыйҙары өшөр тип ҡурҡып, йүгереп йөрөп ярҙам һорарға тотона. Шул саҡта уларҙың янына юл-патруль хеҙмәте экипажы килеп туҡтай.
«Кесе лейтенант Айҙар Шәфиҡов һәм лейтенант Николай Полежаев ир менән ҡатындың ярҙам һорауын абайлап ҡала һәм яндарына туҡтай. Инспекторҙар әсәне һәм ике йәшлек сабыйҙы патруль автомобиленә ултырта. Ҡунаҡтарҙың боҙоҡ машинаһын техник ярҙам станцияһына алып барып ҡарайҙар, әммә унда ремонтлау мөмкин булмай», – тип хәбәр иттеләр Өфө ЮХХДИ идаралығының матбуғат хеҙмәтенән.
Экипаж эвакуатор килгәнсе йәш ғаиләне ташлап китмәй. Һуңыраҡ социаль селтәрҙәрҙә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәренә рәхмәт һүҙҙәре менән яҙмалар баҫылды.