Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2021, 17:05

Бабиковтан ҡала, Гараничевҡа ла ваҡыт…

Яңыраҡ Германияла биатлон буйынса башланған донъя кубогының алтынсы этабында ир-аттар спринт бәйгеһендә көс һынашты.

Рәсәй командаһынан беренсе булып стартҡа сыҡҡан Гараничев атыу рубежында бер тапҡыр хаталанып, һөҙөмтәлә тик 44-се урын яуланы. Беҙҙекеләрҙән иң яҡшы һөҙөмтәгә Елисеев өлгәште. Ул хатаһыҙ атып, унынсы булды. Латыпов – 15-се, Логинов – 21-се, Стрельцов – 30-сы һәм Малиновский 92-се булып ярышты тамамланы.
Иртәгә ошо уҡ төрҙә ҡатын-ҡыҙҙар йүгерәсәк.
Фото: ТАСС.
Читайте нас