Яңылыҡтар таҫмаһы
13 Ғинуар 2021, 11:43

Афарин, Альберт!

Туймазы ҡалаһының банк бүлегендә бер ирҙең эпилепсия өйәнәге башланған.

«Банк коридорында тора инек, бер ирҙең эпилепсия өйәнәге башланды. Яныбыҙҙа Альберт исемле егет булмаһа, был хәл бик аяныслы тамамланыр ине. Ул иргә тәүге ярҙам күрһәтте. Банк хеҙмәткәре Ольга ла юғалып ҡалманы, тиҙ арала ҡалаҡ табып алып килде», — тип яҙа социаль селтәрҙәрҙә Туймазыла йәшәүсе Лилиә Шәмсетдинова.
21 йәшлек Альберт Тимербаев Түбәнге Троицк ауылынан. Беренсе ярҙам күрһәтеү ҡағиҙәләренә мәктәптә үк өйрәндем, аҙаҡ белемемде әрмелә нығытып ҡуйҙым, ти ҡыйыу егет.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас