Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2021, 08:00

Үҙ тыуған ереңдә лә Себер аҡсаһын эшләп була

Урәзмәтовтар ғаиләһе Туймазы районындағы тыуған ауылына мал-тыуар аҫрау һәм ферма төҙөү өсөн Себерҙән ҡайтҡан.

Ситтә эшләгән аҡса йортто тәртипкә килтерергә һәм ун сутыйлыҡ теплица төҙөргә етте, ти Руслан Уразмәтов. Уңған һәм маҡсатына табан ҡыйыу атлаған ғаилә 700-ҙән ашыу тоҡомло ҡаҙ үрсетә, 40-лаған баш тоҡомло үгеҙ аҫрап һата. Уңғандарға уңыш йылмайһын, тип теләргә генә ҡала.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас