Быға тиклем 48 баланың ата-әсәһе бушлай таратылырға тейешле һөт, кефир, эремсек артынан Нефтекамаға барырға мәжбүр ине. Хәҙер улар ғариза яҙып, ашамлыҡтарҙы мобиль пункттан ала аласаҡ. Уның туҡтау ваҡыты һәм адресы:
- Краснохолмский ауылында - Губкин урамы, 8 (шишәмбе-кесе йомала төшкө сәғәт 1-ҙән 2-гә тиклем),
- Күтәрем ауылында - Нефтселәр урамы, 2 (шишәмбе-кесе йомала төшкө сәғәт 3 тула 20 минуттан 3-кә тиклем),
- Эңгәсәктә - Чеверев урамы, 15 (шаршамбы-йомала 12.40 - 13.10).
Автолавкала "Һөт кухняһы"ның тауарҙары теләгән һәр кешегә һатыласаҡ.