Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2021, 10:27

Социаль селтәрҙәрҙә күп ултырыусылар иғтибарына!

Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (Конгресс) менән берлектә башҡорт телен, мәҙәниәтен, башҡорт халҡының тарихын, замансалығын масс-медиа һәм социаль селтәрҙәрҙә популярлаштырыусы проекттарға грант ярҙамы күрһәтеү буйынса конкурс иғлан итә!

Конкурстың маҡсаты – киң мәғлүмәт сараларында һәм социаль селтәрҙәрҙә башҡорт теле тураһында контентты арттырыу, башҡорт теленә һәм халҡына ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Конкурста 18 йәше тулған Рәсәй Федерацияһы гражданы булған киң мәғлүмәт саралары, онлайн-проекттар вәкилдәре һәм блогерҙар ҡатнаша ала. Талаптар менән ентекләберәк конкурстың положениеһында (аҫта һылтанма буйынса) танышырға мөмкин.
Читайте нас