Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2021, 09:00

Иҫерек водитель юл ситенә осҡан

Ишембай районында водитель “Нива” машинаһына иҫерек килеш ултырып, юлдан сығып оса. Республиканың Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы хәбәр итеүенсә, фажиғә Ишембай-Сәлих- Үтәк автомобиль юлының 31 саҡрымында булған.

Эсеп руль артына ултырған водитель автомобиль менән идара итә алмай, бәләгә тарый.
Эскән водитель етди йәрәхәтләнә – умыртҡа һөйәге бер нисә урындан һына.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас