Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2021, 08:42

Фейерверкка бәйле йәнә бер аяныслы хәл

Был юлы Ҡалтасы районының Иҫке Йәш ауылында...

БР буйынса Эске эштәр министрлығының мәғлүмәте буйынса, был аяныслы хәл Ҡалтасы районының Иҫке Йәш ауылында булған. Үҫмер фейерверк аттырған мәлдә күҙенә ярсыҡтары килеп эләккән. Малайҙы Өфөгә күҙ микрохирургияһы клиникаһына алып килгәндәр. Осраҡ буйынса тикшереү бара.
Бынан алда хәбәр итеүебеҙсә, Нефтекамала бер үҫмер салют ярсығы менән йәрәхәтләнеп реанимацияға эләккәйне.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас