Яңылыҡтар таҫмаһы
12 Ғинуар 2021, 08:04

Белоретта йәшәүселәр һыуһыҙ ҡалды

Бөгөн иртәнсәк Белорет ҡалаһында коммуналь авария булған.

Был хаҡта район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта хәбәр итә.
«Әлеге ваҡытта йорттарға һыу биреү туҡтатылмаған. Бер-ике сәғәт дауамында ҡала халҡы һыу алып өлгөрөргә мөмкин. Бынан тыш, бер нисә цистернаға һыу тултырып ҡуйҙыҡ, уның менән һәр кем ҡуллана ала. Шулай уҡ ирекмәндәр мөмкинлектәре сикле граждандарҙы һыу менән тәьмин итәсәк», — тип хәбәр итә район башлығы.
Уның һүҙҙәренсә, авария Стачка урамындағы шәхси секторҙа булған. Ике метрғаса ер туңып, һыу үткәргесенең суйын торбаһы ярылған. Әлеге ваҡытта ваҡиға урынында белгестәр эшләй, коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре торбаны ямаған. Һигеҙ сәғәттән барлыҡ ҡала халҡы һыу менән тәьмин ителәсәк, ти Андрей Иванюта.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас