“Юлдаш” радиоһы ла бер урында тапаныуҙы өнәмәй, ваҡыты-ваҡыты менән эфирына яңы һулыш өрә. Алдағы миҙгел радиола Яңы йыл каникулынан һуң, 11 ғинуарҙа башлана. 20 йыл тормошон артта ҡалдырып, яңы биҙәлеш, рубрикалар, тапшырыуҙар менән 2021 йылға аяҡ баҫмаҡсы халыҡсан радио. Үҙгәрештәр тәү сиратта “Теге өсәү” проектына ҡағылыр, унда бер алып барыусы алмашына, яңы уйындар, ҡыҫҡа сығарылыштар, ғәҙәттәгесә, тыңлаусыларҙы уятырҙай биҙәлеш әҙерләнә. Өс егеттең ҡайһыһы алмашыныр икән, тип ҡыҙыҡһыныусылар, бәлки, борсолоусылар, 11 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 7-лә радиоалғысын ҡабыҙырға онотмаһын. Яңылыҡтар сығарылышы ла бер ни тиклем үҙгәреш кисерер.
Замана шауҡымымы, яңғыҙ тыңлаусыларыбыҙ арта. Уларҙың берҙән-бер йыуанысы радио булып ҡалған осраҡтар ҙа һирәк түгел. Шуны иҫәпкә алып ойошторолған ди-джей сменаларын да көтөгөҙ. Халыҡ һораған әҙәби уҡыуҙарҙы арттырабыҙ. Шулай уҡ сәләмәтлеккә бәйле сығарылыштар, хеҙмәт кешеһенә иғтибар йүнәлткән тапшырыуҙар һаны арттырыла.
“Юлдаш”тың сит тарафтарҙа, алыҫ ҡитғаларҙа йәшәүсе ҡәрҙәштәр өсөн тыуған ер менән бәйләнеш булдырыусы күпер икәнен иҫәптә тотоп, күп көс интернет селтәрендәге эшкә йүнәлтелә. Телгә ихтирам, йыр сифаты радиобыҙ өсөн һәр саҡ алдағы урындарҙа. Художество советтары ултырыштары, һәр эфирға ентекле анализ алдағы миҙгелдә лә мотлаҡ буласаҡ.
Бар ижади ниәтте тормошҡа ашырыу өсөн татыу, һәләтле коллектив, терәк булыр тоғро тыңлаусыларыбыҙ бар, донъя тыныслығы һәм һаулыҡ кәрәк. Алдағы йылда ла бергә ҡалайыҡ, сәләмәт булайыҡ!