Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2021, 13:58

Яна Ғәббәсова - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!

Нефтекама ҡыҙы Яна Ғәббәсова яңыраҡ илебеҙҙең төп вокаль проекты "Голос"та еңеү яулағайны. Ул хәҙер Башҡортостандың атҡаҙанған артисы!

Ҡыҙға оло званиены БР Башлығы Радий Хәбиров тапшырған. Бының турала Яна үҙенең социаль селтр сәхифәләрендә яҙып үткән һәм БР Башлығына рәхмәт әйткән.

17 йәшлек Яна Ғәббәсова артабан да йырҙар яҙырға, ижадын ташламаҫҡа ниәтләй.
Фото: Т.Аманов



Читайте нас