Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2021, 17:43

Йәш хәбәрселәр фестиваленә рәхим итегеҙ!

26 ғинуарҙа Өфөлә йәш хәбәрселәрҙең беренсе республика фестивале уҙғарыла.

Уны Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультетының журналистика кафедраһы ойоштора. Фестивалгә 10-11-сы синыф уҡыусылары һәм колледж студенттары саҡырыла.
«Фестиваль билдәле журналистарҙың оҫталыҡ дәрестәре, түңәрәк өҫтәлдәр, видеокүперҙәр, ҡыҙыҡлы шәхестәр, университет уҡытыусылары менән осрашыуҙарға бай буласаҡ. Шулай уҡ унда яңы проект иғлан ителә һәм Йәш хәбәрселәр клубы ойошторола», — тип хәбәр итә ойоштороусылар.
Фестивалдә ҡатнашыу өсөн ғаризаны 20 ғинуарға тиклем kafedra.jurnalistiki@gmail.com электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Унда ҡатнашыусының исем-шәрифе (тулыһынса), бәйләнеш өсөн телефоны, класы, курсы, электрон почтаһы күрһәтелә.
Бөтә һорауҙар буйынса түбәндәге телефон һандары буйынса шылтыратырға мөмкин: (347) 273-93-12; 8-965-656-26-56.
Фото:Т.Аманов.
Читайте нас