Уларҙа туғыҙ кеше һәләк булған, былтыр иһә был ваҡыт эсендә ун кешенең ғүмере өҙөлгән (10 процентҡа кәмерәк). Ете кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған, былтыр – 4 кеше, 75 процентҡа күберәк. Балалар үлеме һәм йәрәхәтләнеүе теркәлмәгән.
Янғын һөҙөмтәһендә кешеләрҙең үлеү осрағы Өфө ҡалаһы округында, Салауат, Белорет, Бүздәк, Мишкә, Шишмә, Иглин һәм Өфө райондарында теркәлгән.
Асыҡлауынынса, һәләк булған 9 кешенең һигеҙе иҫерек хәлдә булған, был дөйөм һандан – 90 процент. Социаль статус буйынса һәләк булғандарҙың өсәүһе эшһеҙ, икәүһе – ғәрип, бер кеше – пенсия йәшендә, һәм тағы берәүһе – билдәле йәшәү урыны булмаған кеше. Йәғни, күбеһенсә хәүеф төркөмөнә ҡараған граждандар.
«БР-ҙың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса Баш идаралығы Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙә идара итеү үҙәге менән берлектә иҫкәртеү төркөмдәрен күҙәтеү һәм тикшереү өсөн мониторинг алып барҙы. Яңы йыл һәм Раштыуа байрамы сараларында ғәҙәттән тыш хәлдәргә һәм янғындарға юл ҡуйылманы Яңы йыл төнөндә 2000 самаһы хеҙмәткәр, 200 ЮХХДИ инспекторы, 200 һаҡ предприятиеһы хеҙмәткәрҙәре, 1500 йәмәғәт ойошмаһы һәм берекмәһе вәкилдәре дежурға сыҡты. Янғын хәүефһеҙлеге буйынса һәм пиротехник ҡоролмалар һаҡланған һәм һатылған урындарға 100-ҙән артыҡ рейд уҙғарылды», – тип белдерҙе Башҡортостан Хөкүмәте йортонда үткән оператив кәңәшмәлә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы начальнигы Марат Латипов.
Марат Рәйес улы әйтеүенсә, тәүлек әйләнәһенә эшләгән социаль объекттарҙа янғын хәүефһеҙлеген иҫкәртеү һәм балалар араһында тәрбиә-профилактик эште ойоштороу маҡсатында «Хәүефһеҙ каникулдар» һәм «Хәүефһеҙ социаль объект» акциялары иғлан ителгән. Акциялар барышында янғын хәүефһеҙлеге нигеҙҙәренә 280 кеше өйрәтелгән, 120 социаль әһәмиәтле объектҡа рейд ойошторолған. Республика биләмәһендә профилактик эштәрҙе көйләү өсөн барлыҡ муниципаль берәмектәрҙә лә яуаплы кешеләр тәғәйенләнгән.