Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2021, 09:50

Радий Хәбиров: “Халыҡтан алған артыҡ аҡсаны кире ҡайтарырға кәрәк”

Һүҙ йылылыҡ өсөн түләүҙәр хаҡында. Күбебеҙ үҙ “елкәбеҙҙә” татыныҡ: декабргә йылылыҡ менән тәьмин итеүсе ойошмалар беҙгә самаһыҙ ҙур хаҡ яҙылған квитанциялар таратты.

Республика Хөкүмәтенең бөгөнгө кәңәшмәһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров нигеҙһеҙ иҫәпләнгән сумманы ҡабаттан тикшереп, артығын халыҡҡа кире ҡайтарырға ҡушты. БР Хөкүмәте вице-премьеры – торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Борис Беляевҡа проблеманы хәл итергә бойоролдо.

Радий Фәрит улы ярайһы ҡаты итеп былай тине:

«Почему это там произошло, а здесь не произошло. Почему разница в выставленных платежах. Тут нет врагов и нет фашистов. Я руководству «БашРТС» звонил, он просит объяснить, что происходит, и где, соответственно, их недостатки. Поймите картину мира, она пока «пузырится». Где-то больше эмоций, чем это на самом деле происходит. Но там, где это есть, надо деньги людям вернуть. Еще раз подчеркиваю, и оценивать вашу работу я буду именно по этому показателю, тогда я буду понимать, что люди получили удовлетворительный ответ, им вернули деньги, ну и, конечно, нужны системные меры. У нас еще большой жилищный фонд, где мы практически топим небо, окружающую среду, поэтому расходы большие. Если мы там по существующим тарифам будем счета выставлять, там вообще катастрофа будет».

Йылылыҡ өсөн түләүҙәрҙең юғары килеүе арҡаһында халыҡ ныҡ ризаһыҙлыҡ белдерҙе. БР Йәмәғәт палатаһы ошо мәсьәлә буйынса эш төркөмө төҙөнө. Уның рәйесе Ростислав Мырҙағолов белдереүенсә, БР Башлығы ҡарарҙарын үтәүҙе ҡәтғи контролгә аласаҡтар.

Әгәр ҙә ысынлап та квитанцияла сумма нигеҙһеҙ “үҫтерелгән” булһа, кеше артыҡ түләгән аҡсаһын алырға хоҡуҡлы.

Фото: Т. Аманов.
Читайте нас