Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2021, 18:34

Оло кешегә көсө еткән

Белорет ҡалаһында йәшәгән 70 йәшлек ҡатын магазиндан өйөнә ҡайтып барған.

Йортона етәрәк йәш бер егет уға һөжүм итеп, ҡатындың ҡулынан сумкаһын тартып алып ҡасҡан.
Сумкала аҙыҡ-түлек һәм янсыҡ ятҡан. Көтөлмәгән хәлдән шаңҡыған ҡатын был турала полицияға хәбәр иткәс, ваҡиға урынына тәфтиш-оператив төркөм юлланған.
Тикшереү барышында кеше талаусы егеттең кемлеге асыҡланған - 16 йәшлек үҫмер быға тиклем дә закон боҙоп өлгөргән булған.
Егет үҙ ғәйебен танған. Уны ҡулға алғандар. Тикшереү эше дауам итә.
Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
Читайте нас