Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2021, 17:29

Министрҙар ҙа ковидҡа ҡаршы прививка эшләтә

Башҡортостанда халыҡты ковидтан вакциналау дауам итә.

Ошо көндәрҙә ике министрҙың – Айбулат Хажин менән Геннадий Разумкиндың коронавирусҡа ҡаршы прививка эшләтеүе билдәле булды. Республика Башлығы Радий Хәбировтың да ковидтан прививка яһатыуы хаҡында хәбәр иттеләр. Унда яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы көсөргәнешле иммунитет булыуы билдәле.
Яҡын ара.ла Башҡортостанға 1 млн вакцина килтереләсәк. Төбәктә коллектив иммунитет булдырыу өсөн ике миллиондан ашыу кешегә вакцина эшләнергә тейеш. Республикала әле 39 вакциналау пункты ойошторолған.
Иң беренсе сиратта хәүеф төркөмөнә ҡараған кешеләр уҡытыусылар, табиптар, хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре һәм ирекмәндәр вакциналана. Артабан иһә теләк буйынса һәр кем яҙылып, вакцина эшләтә ала.
Башҡортостанда яңы коронавирус инфекцияһы менән ауырыусылар һаны 20 меңдән артты. Көн дә тиерлек 165 яңы зарарланыу осрағы асыҡлана.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, «Спутник V» вакцинаһының һөҙөмтәлелеге 91,4% тәшкил итә. Аҙна арауыҡ менән ике тапҡыр яһайҙар. Иммунитет ике йылға формалаша тип көтөлә.
Фото:Яндекс.
Читайте нас