Бөгөнгө оператив кәңәшмәлә Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин хәбәр итеүенсә, ваҡиға урынына Республика клиник дауаханаһынан санавиация борты менән нейрохирург, реаниматолог һәм травматолог ебәрелгән. Барлыҡ кәрәкле ярҙам күрһәтелгән, әммә зыян күреүселәрҙең хәле насар, әлегә бер ҡайҙа ла күсерергә ярамай. «Саҡ ҡына хәлдәре яҡшырһа, уларҙы Өфөгә күсерәсәктәр», — ти Забелин.
Республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат районында аварияла зыян күргәндәрҙең ғүмерен ҡотҡарыу өсөн бөтә кәрәкле сараларҙы күрергә ҡушты. «Кәрәк икән – самолет менән Мәскәүгә ебәрегеҙ», — тине ул.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 10 ғинуарҙа төшкө сәғәт икелә Кропачев-Мәсәғүт юлында ике «Форд-Транзит» автобусы бәрелеште. Юл-транспорт фажиғәһендә ике сабый һәләк булды, 18 кеше зыян күрҙе. Осраҡ ғәҙәттән тыш хәл булараҡ билдәләнде.