Баҡтиһәң, Степан исемле айыуҙы спортсы тыуған көнө менән ҡотлаған икән. Айыуға 28 йәш тулған. Был кеше ғүмере менән сағыштырғанда 84 йәшкә тиң. Айыуҙың буйы - 215 см, ауырлығы 350 килограмм. "Ул үҙен яратҡан һәйбәт ғаиләлә йәшәй. Уға ныҡлы һаулыҡ теләйек!" - тип яҙа Эльбрус Ниғмәтуллин социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.