Яңылыҡтар таҫмаһы
11 Ғинуар 2021, 14:20

Билетһыҙ баланы төшөрөп ҡалдырыу тыйыласаҡмы?

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары яңы башланған йылдың тәүге пленар ултырышында “Башҡортостан Республикаһы территорияһында халыҡҡа автомобиль транспорты һәм ҡалала электр транспорты хеҙмәте күрһәтеүҙе ойоштороу тураһында”ғы БР Законына үҙгәрештәр индереү буйынса закон проектын ҡараясаҡ. Был документта йәмәғәт транспортынан билет алмаған балаларҙы төшөрөп ҡалдырыуҙы тыйыу хаҡында яҙылған.

Был ҡағиҙә өлкәндәрһеҙ йөрөүсе 16 йәшкә тиклемге балаларға ҡағыла. Билетһыҙҙарҙы туҡталыштан тыш, төндә, һалҡында ҡыуып төшөрөү ҡәтғи тыйыласаҡ.

Проект авторы, ЛДПР фракцияһы етәксеһе Вячеслав Рябов әйтеүенсә, был норма билет алмай йөрөһәң дә була, тигәнде аңлатмай. Ул бары тик балаларҙың һаулығы, хәүефһеҙлеге өсөн. Сөнки быға тиклем бәлиғ булмаған үҫмерҙәрҙе билетһыҙ йөрөгән өсөн төндә лә, ҡышҡы һыуыҡта ла автобустан ҡыуып төшөрөүҙәре тураһында ишеткән бар. Аллам һаҡлаһын фажиғәләрҙән!

Әлеге норма (тыйыу) Чечняла, Ханты-Манси автономиялы округында, Һарытау, Түбәнге Новгород өлкәләрендә ғәмәлдә.

Ҡоролтайға индерелгән закон проектының концепцияһы республика Хөкүмәтендә лә хупланған.

Йәмәғәт транспортында йыш йөрөгән кеше булараҡ әйтә алам: иҫеректәр һәм тупаҫ ҡыланыусы ир-атҡа билет алмаһалар ҙа, артыҡ ризаһыҙлыҡ белдереүсе юҡ, ә бала кеше билетһыҙ китеп барһа, кондукторҙар ажғырып өҫтөнә килә. Ғөмүмән, минеңсә, 14 йәшкә тиклемге балалар бушлай йөрөһә лә бер ни түгел...

Фото: vk.com
Читайте нас