БР Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, янғын һүндереүселәр алты кешене ҡотҡарған. Бәхеткә ҡаршы, һәләк булыусылар юҡ. Ҡырмыҫҡалы районының Александровка ауылында йәшәгән 61 йәшлек ир II һәм III дәрәжә тән бешеүе менән Өфөләге 18-се һанлы дауаханаға оҙатылған. Уның хәле уртаса ауырлыҡта тип баһалана.
«Мейескә ут яҡҡанда күптәр янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен үтәмәй, күп ут сығыу осраҡтарының сәбәбе шунда», – тип хәбәр итәләр идаралыҡта.
Ут сығыу осраҡтарының береһе Нефтекамалағы күп ҡатлы йортта теркәлгән. Унда янғын һүндереүселәр 26 кешене, шул иҫәптән 7 баланы ҡотҡарған. Ошо уҡ ҡалала сүп-сар үткәргес торба янып киткән. Өфөлә ут менән һаҡһыҙ ҡыланыу арҡаһында ике мунса янып көлгә ҡалған. Ошо уҡ сәбәп арҡаһында баш ҡалалағы күп ҡатлы йорттарҙың береһендә сүп-сар үткәргес торбаға ут тоҡанған. Борай районында ағас һарай уттан зыян күргән. Архангель районында төкөтмәле ағас йорт янып киткән.
Бәләбәйҙә иһә асыҡ биләмәлә ятҡан сүп-сарға ут ҡапҡан. Шулай уҡ мунсаларҙың яныуы тураһында хәбәр Благовар, Бишбүләк, Шишмә, Мәләүез һәм Ҡыйғы районындарынан килде.
Белорет ҡалаһында ағас йорт янып киткән, ҡотҡарыусылар хәүефле зонанан ике кешене сығарып өлгөргән. Туймазыла бер бүлмәле фатирҙа ишеккә ут тоҡанған.