Оҙаҡламай Италияла барған саңғыла йүгереү буйынса «Тур де Ски» этабында спортсылар ун саҡрым араға уҙышһа, Германияла биатлонсылар ике төр буйынса көс һынашасаҡ. Башта ҡатнаш эстафетала Логинов, Латыпов, Миронова менән Кайшева составында беҙҙекеләр йүгереп, һуңынан Елисеев менән Павлова сингл-микста көс һынашасаҡ Әлегә Рәсәй биатлонсылары 43 ярыш рәттән миҙалһыҙ ярышып, илебеҙ рекордын «яңыртып» бара. Ә инде КХЛ-да сираттағы «йәшел дерби» ҡаралған. «Салауат Юлаев» командаһы «Аҡ барс» уйынсыларын ҡабул итә. Ҡазан хоккейсылары күптән инде дәғүәселәренә отолмай, еңеү артынан еңеү яулап килә. Бәлки, өфөләр уларҙы туҡтатыр…