Яңылыҡтар таҫмаһы
10 Ғинуар 2021, 08:38

Табиптар 564 грамлыҡ сабыйҙың ғүмерен һаҡлап ҡалған

Статистикаға ярашлы, былтыр ғинуар-сентябрь айҙарында 1 911 бала срогынан алда тыуған.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте тыуым статистикаһы менән уртаҡлашты. Башҡортостанда ғинуар-сентябрь айҙарында 35 934 сабый донъяға килгән.
Статистикаға ярашлы, 1 911 бала етлекмәй тыуған, был дөйөм һандан 6,6 процент. Килеп сыға – һәр унынсы сабый срогынан алда тыуған. Табиптар ғүмерен һаҡлап ҡалған яңы тыуған сабыйҙың минималь ауырлығы – 564 грамм.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас