Кисә синоптиктар иҫкәрткәйне инде, бөгөн республика юлдарында һәр 50 саҡрым һайын тиерлек авария, тығындар хасил булды. Сөнки ҡар туҡтамай яуа, юлдарҙы урыны менән боҙлауыҡ ҡаплаған, күреү мөмкинлеге насар. Ҡайһы бер төбәктәрҙә хатта ауыр йөк машиналарына йөрөү сикләнде.
Башҡортостан юлдарын таҙалауға 550 берәмек техника йәлеп ителгән, шул иҫәптән 105 КДМ. Бынан тыш, юлдар боҙлауыҡҡа ҡаршы махсус саралар менән эшкәртелә.
БР ЮХХДИ идаралығы водителдәрҙе иғтибарлыраҡ булырға, тиҙлек режимын үтәргә һәм транспорт саралары араһындағы дистанцияны тоторға саҡыра. Мөмкинлек булғанда алыҫ сәфәргә сыҡмаҫҡа кәңәш ителә.
Ашығыс хеҙмәттәрҙең берҙәм телефоны – 112. БР Юл хужалығы идаралығының телефоны ла тәүлек әйләнәһенә эшләй – 8-927-955-11-00.