Халыҡ күпләп йөрөгән урындарҙа иҫерек килеш тәртип боҙғандарҙы, эсеп урамда йығылып ятҡандарҙы мәжбүри алып китеп, айнытып сығарасаҡтар.
Йыл һайын илебеҙҙә эскелектән 50 меңдән ашыу кеше үлә. Уларҙың 8–10 меңе өшөп вафат була. Эскеселәрҙең күптәре енәйәтселәрҙең ҡорбанына әйләнә, йәки үҙҙәре енәйәт ҡыла. Медайнытҡыстар был һандарҙың, тимәк фажиғәләрҙең кәмеүенә килтерәсәк.