Ҡатын-ҡыҙҙарҙан Наталья Непряева менән Татьяна Сорина финалға сығып, һөҙөмтәлә хәл иткес уҙышта тик дүртенсе һәм бишенсе булдылар. Ә бына ир-аттарҙан финалға Рәсәйҙән өс спортсы сыҡҡайны. Һәм донъя кубогы лидеры Александр Большунов финишта өсөнсө булһа, Глеб Ретивых көмөш миҙал яуланы.