Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2021, 12:43

Ысын ир-егет!

Нефтекамала 15 йәшлек үҫмер пенсионерҙы үлемдән ҡотҡарған.

Был хәл уҙған ҡышта була. Искәндәр ҡалала танылған спортсы: үҫмер һигеҙ йылдан ашыу грек-рим көрәше менән шөғөлләнә. Февраль көнөндә ул иптәштәре менән урманға йүгерергә бара. Ҡайһылыр ваҡытта үҫмер төркөмдән айырыла һәм юл ситендә оло йәштәге ҡатындың ятҡанын күреп ҡала. Искәндәр тиҙ арала уға беренсе ярҙам күрһәтә һәм юлға яҡыныраҡ ергә сығарып ҡуя. Был ваҡытҡа иптәштәре лә ярҙамға килеп етә, улар «Тиҙ ярҙам» хеҙмәтенә шылтырата.
БР Тәфтиш комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, оло йәштәге ҡатын юғары ҡан баҫымы менән яфалана, табиптар уға йышыраҡ саф һауала йөрөргә кәңәш иткән була. Инәй йылыраҡ кейенеп сыҡҡан да ҡалын көрттә хәле бөтөп ҡолаған. Яҡында үҫмерҙәр булмаһа, был хәл бигерәк аяныслы тамамланыр ине.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас