Яңылыҡтар таҫмаһы
8 Ғинуар 2021, 09:59

Башҡортостан ҡышҡы туризм буйынса иң яҡшы ун төбәк иҫәбенә инде

Был еңеүгә «Яҡтыкүл» курорты ҙур өлөш индергән.

«ТурСтат» туристик порталы Рәсәй халҡының Раштыуа байрамы осоронда яратып ял иткән урындарын атаны. Ғәҙәттәгесә, рейтингтың тәүге баҫҡысына Сочи, Мәскәү һәм Ленинград өлкәләренең тау курорттары күтәрелгән, уларҙан һуң Алтай, Ставрополь крайҙарының, Байкал күленең, Мәскәү һәм Ҡазан ҡалаларының курорттары килә. Тәүге ун урынды Кавказ һәм Башҡортостан курорттары тамамлай.
Рейтинг интернет-һораулама һөҙөмтәләре буйынса төҙөлгән, унда 9 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Тауыш биреүселәрҙең 21 проценты Сочи тау курорттарын («Роза Хутор») һайланған. Мәскәү өлкәһе (Сорочаны, Степаново, Яхрома) өсөн 17 процент, Ленинград өлкәһе (Игора, Коробыцино, Охта Парк) – 11 процент, Алтай крайы (Белокуриха) – 10 процент, Ставрополь крайы (Пятигорск, Кисловодск, Ессентуки) – 9 процент, Байкал – 6 процент, Мәскәү, Ҡазан һәм Кавказ тау курорттары (Домбай, Приэльбрусье) – 5-шәр процент һәм Башҡортостан (Яҡтыкүл) – 4 процент.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас