Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар 2021, 10:25

Йылайырҙа балыҡ тоторға яратыусылар йыйылды

Район башлығы Борис Мелкоедов белдереүенсә, Матрай ауылы янындағы быуа боҙо 85 балыҡ йәнле кешене тупланы. Улар Йылайыр, Баймаҡ, Хәйбулла, Ейәнсура райондарынан, Баймаҡ, Сибай һәм Ырымбур ҡалаларынан килгән ине. Конкурсты Рияз Фәйзуллин баһаланы. ⏬

Ҡышҡы балыҡ тотоуҙа чемпион исемен Александр Димитров (Йылайыр). Икенсе урынға Рәфис Салихов (Темәс), өсөнсөгә — Кинйәғәл Сөләймәнов (Яманһаҙ) лайыҡ булды.
Иң эре балыҡ Иҫәнғолдан килгән Фуат Ҡаһармановҡа, иң бәләкәсе Василий Андреевскийға (Йылайыр) эләкте.
Иң йәш балыҡсы тип Нуриман Рәмов, иң өлкәне — Николай Серков булды.
Боҙ тишеүҙә Максим Алонцев (Йылайыр) еңде.
Балалар араһында урындар Ислам Таһиров (Йылайыр), Арыҫлан Мөстәхетдинов (Балапан), Федор Рычин (Йылайыр) араһында бүленде.
Матрай ауыл советы ялан кухняһы һәм эҫе сәй ойошторҙо, урындағы янғын һүндереүселәр хәүефһеҙлек тәьмин итте.
«... Бында төп маҡсат тотолған балыҡ күләме түгел ине. Иң мөһиме, кешеләр көнө буйы саф һауала тәбиғәттә булды, дуҫ-таныштарын осратты, аралашты», — тип яҙған үҙенең посында Борис Мелкоедов.
Фото: Т.Аманов
Читайте нас: