Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар 2021, 17:49

Ялған газовиктар

Өфөлә ялған газовиктар арҡаһында тиҫтәләгән кешенең ғүмере өҙөлә яҙған.

«Вести» хәбәр итеүенсә, газовиктар формаһындағы кешеләр Беренсе Май урамындағы дүрт ҡатлы йорт фатирҙарының береһендә йәшәгән ҡатынға газ иҫәпләгесен алмаштырырға ҡушалар.
Бер нисә көн үтеп тә өлгөрмәй, оло йәштәге ҡатын «Тиҙ ярҙам»ға шылтыратып, көнкүреш газы менән ағыуланыуын хәбәр итә. Ваҡиға урынына газ-авария хеҙмәте килеп етә, белгестәр фатирҙағы газонанализаторҙың төҙөк булмауын асыҡлай. Ағыу бөтөн йортҡа таралып киткән булған. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары тикшереү алып бара.
Ялған газовикты ысынынан нисек айырырға?
— Беҙҙең газовиктар фатирҙа йәшәүселәрҙең исем-фамилияларын һәм ҡоролманың маркаһын белеп тора. Улар бер ниндәй ҙә ҡағыҙҙар тултырыуҙы, килешеү төҙөүҙе һорамай, аҡса талап итмәй. Бер ваҡытта тикшереп ҡарауҙан тартынмағыҙ, уның таныҡлығын һорағыҙ. Әгәр документтары юҡ икән, полицияға мөрәжәғәт итегеҙ. Ялған белгес шунда уҡ ҡасып сығып китәсәк, — тип «Газпром» белгесе.
Фото: Т. Аманов.
Читайте нас