Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар 2021, 18:34

Сибай музейының тыуған яҡты өйрәнеү яҙмалары

Һәр бер кеше үҙ еренең тарихын, халҡының ижадын, әҙәби мираҫын белергә, өйрәнергә, һаҡларға һәм йәш быуынға еткерергә тейеш, тип иҫәпләгән Сибай тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейы хеҙмәткәрҙәре ошо юҫыҡта эҙмә-эҙлекле, уңышлы эш алып бара.

Һуңғы йылдарҙа музейҙа тыуған яҡты өйрәнеү буйынса алып барылған эштәр исемлегенә "Сибай музейының тыуған яҡты өйрәнеү яҙмалары"н да индерергә мөмкин.
Ял мәлдәрен файҙалы үткәрергә теләүселәр өсөн музей был яҙмаларҙың ете сығарылышын да PDF-форматта тәҡдим итә: https://vk.com/club51738300?w=wall-51738300_1954%2Fall

Фото: "Бәйләнештә" сайтынан.
Читайте нас