Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар 2021, 05:55

Рәсәй саңғысылары еппәрә

Саңғыла йүгереү буйынса «Тур де Ски» этабының сираттағы ярышында Рәсәй йыйылма командаһы саңғысылары тәүге биш урынды яулап, һайран итеүен дауам итте.

Эҙәрлекләү уҙышында Донъя кубогы лидеры, Александр Большунов йәнә алдынғылыҡты бирмәне. Командалаш иптәштәре Иван Якимушкин икенсе булһа, Евгений Белов финишҡа өсөнсө булып килде. Шулай уҡ Алексей Червоткин – дүртенсе, Андрей Мельниченко – бишенсе, Денис Спецов – етенсе, Артем Мальцев – һигеҙенсе һәм Илья Семиков туғыҙынсы һөҙөмтә күрһәтте. Рәсәй чемпионаты барамы ни…
Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла шул уҡ төр ярышында Юлия Ступак беренсе булды. Татьяна Сорина – алтынсы, Алиса Жамбалова – етенсе һәм Наталья Непряева унынсы булып ярышты тамамланы.
Фото: ТАСС.
Читайте нас