Һорауламала йөҙләгән ир һәм ҡатын ҡатнашҡан. Асыҡланыуынса, Эске эштәр министрлығында, ауыл хужалығы өлкәһендә эшләүселәр, хәрбиҙәр һәм эшһеҙ ирҙәр күберәк айырылыша. Гүзәл заттар араһында иһә күберәк мәғариф, фән, һаулыҡ һаҡлау өлкәһе вәкилдәре һәм хужабикәләр айырылышыуға ғариза биргән. Шул уҡ ваҡытта ғаилә тарҡалыу башланғысы күп осраҡта ҡатын-ҡыҙҙан сыға икән. Башҡортостанда айырылышыуҙарҙың өстән бер өлөшө 25-29 йәшлектәргә тура килә – 30 процент тирәһе, 19 процент – 35-39 йәш, 17 процент тирәһе – 30-34 йәш.