Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар 2021, 11:45

Етәксе ҡатын эшселәренең паспортын урлап кредиттар алған

Тегеләре көтмәгәндә банкка йөҙәр меңләп бурысы барлығын белеп ҡалған...

Өфөлә йәшәүсе өс ҡатын үҙҙәренең банк алдында бурыслы икәнен белеп шаҡ ҡатҡан. Баҡһаң, улар барыһы бергә кафела эшләгән осорҙа, етәксе паспорттарын йыйып алған булған. Һәм банктарға кредит һорап мөрәжәғәт иткән. Өс банк, документтарҙы йүнләп тикшермәйенсә, дөйөм сумма менән 267 мең һум кредит биргән. Мут ҡатын тағы биш банкка йәмғеһе ике миллион һорап мөрәжәғәт иткән булған. Бәхеткә күрә, улары баш тартҡан. Бөгөн кафе администраторына шартлы рәүештә хөкөм сығарылған, ул матди зыянды ҡапларға тейеш.
Читайте нас