Яңылыҡтар таҫмаһы
7 Ғинуар 2021, 13:36

Абитуриенттар уҡыу йорттарына документтарын онлайн тапшырасаҡ

Тиҙҙән Рәсәйҙең бөтә вуздары ошондай программаға тоташтырыласаҡ. Яңы онлайн-сервис тураһында ҡарарға РФ Хөкүмәте премьер-министры Михаил Мишустин ҡул ҡуйҙы.

2021 йылда илдең 137 юғары уҡыу йортона документтарҙы онлайн тапшырып булһа, 2022 йылдан алып барлыҡ вузда ла ҡабул итеү кампанияһын дистанцион рәүештә күҙәтеп буласаҡ. Бөгөн барлыҡ Рәсәй студентының 65 проценты дистанцион рәүештә белем ала. Ошо сәбәпле РФ Президенты Владимир Путин уҡыу өсөн түләүҙе кәметеүҙәрен һорағайны.
Читайте нас