Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2021, 12:58

Квест, хоккей, эстафета һәм башҡаһы

Әбйәлил районының Ташбулат ауылында көн дә саф һауала бер - нисә сара уҙа.

Бөгөн ауылдың хоккей майҙансығында үҫмерҙәр өсөн хоккей ҡыҙһа, "Ҡарабалыҡты" паркында командалар квеста көс һынашты. Уларға карталағы маршрут буйынса әйберҙәр табыу, йомаҡтарға, hорауҙарға яуап биреү кеүек бурыстар ҡуйылды.
Шулай уҡ, ауылдың төп шыршыһы янында башланғыс һәм урта кластар өсөн "Атай, әсәй һәм мин - спортсы ғаилә" эстафетаһы барлыҡ ҡатнашыусыларға яҡшы кәйеф бүләк итте.
Ойоштороусыларға матур саралар өсөн ҙур рәхмәт.
Читайте нас