Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Ғинуар 2021, 10:35

Этте петарда ҡуйып шартлатҡандар

Яңы йылдың тәүге көндәрендә Салауат ҡалаһында була был ҡурҡыныс хәл. Ҡанһыҙҙар хужаһыҙ эттең төрлө еренә петарда ҡуйып, уны ыҙалатып үлтергән, тип хәбәр итә йәнлектәрҙе һаҡлаусы ирекмәндәр.

– Беҙ хужаһыҙ эттәрҙе ашатыу нөктәһендә ҡот осҡос итеп үлтерелгән көсөккә юлыҡтыҡ. Уның муйынын, эсен ярғандар, күҙенә петарда менән атҡандар. Был хаҡта полицияға яҙып бирҙек, урында оператив төркөм эшләне. Көсөктөң кәүҙәһе медицина тикшеренеүенә тапшырылды.
Фото: Т. Аманов
Читайте нас