Яңылыҡтар таҫмаһы
6 Января 2021, 14:57

19 баш мал менән һарай янған

Төндә Әбйәлил районының Рауил ауылында бер һарайҙан көл-күмер генә тороп ҡалған.

150 квадрат метрлыҡ майҙанда сыҡҡан янғын шәхси ихатаны һәм мал-тыуарҙы юҡҡа сығарған. Үкенескә күрә хужаның 13 - эре мөгөҙлө малы һәм алты һарығы һәләк булған.
Читайте нас