Ә инде бронза миҙалға Рәсәй уйынсылары менән финдар көс һынашасаҡ. Ғөмүмән, беҙҙекеләр улар менән донъя чемпионаттарында ете тапҡыр осраша һәм дүртендә еңеү Рәсәй яғында була. һуңғы тапҡыр улар 2016 йылда финалда осраша һәм Финляндия үҫмерҙәре өҫтәмә ваҡытта беҙҙе 4:3 иҫәбенә алдырып, донъя чемпионы исемен яулай. Унан тыш, уларҙың юлдары ике тапҡыр сирекфиналда киҫешә һәм унда улар берәр тапҡыр еңеү яулай. Өсөнсө урын өсөн тәүгә сәкәләшәсәктәр. Тағы шуныһы: финдар һуңғы 14 йылда өс тапҡыр финалда ғына уйнай һәм өсөһөндә лә еңеүсе була.