Яңылыҡтар таҫмаһы
5 Января 2021, 06:40

Баш ҡала юлдарын төҙөкләндереү дауам итә

Былтыр, йәғни яңы үткән 2020 йылда Өфө урамдары һәм ихаталарында юл эштәре әүҙем барҙы. Үҙгәрештәрҙе үҙегеҙ күргәнһегеҙҙер. Быйылға пландар ҙа ярайһы ҙур ғына.

Юлдарҙы төҙөү, төҙөкләндереү, реконструкциялау "Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары" милли проектына ярашлы башҡарылды. Һанап үткәндә, баш ҡаланың Трамвай, Адмирал Макаров, Аксаков, Свердлов, Рәсәй, Беренсе Май, Комсомол, Әй, Мәжит Ғафури, 8 Март һ.б байтаҡ урамында ремонт эштәре барҙы.
2021 йылда туғыҙ юл участкаһы милли проект ярҙамында төҙөкләндереләсәк. Был иҫәпкә Нуғай ҡасабаһы шоссеһы ла инә. Ибраһимов һәм Һәҙиә Дәүләтшина бульварҙарында, Парк урамында капиталь ремонт үтәсәк. Галле ҡалаһы исемендәге урамда ла шундай эш дауам итә. Йәнә лә Комсомол, 8 Март урамдарын реконструкциялау, көньяҡтан Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөлөшө лә дауам итәсәк.

Зинин ауылында ла ҙур юл эштәре күҙаллана.
Фото: Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтынан.
Читайте нас